Хәтер һәм дан йылы
Март 18, 2020
Просмотров: 54
Тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуҙы үткәреү йәһәтенән, 2020 йыл Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Шуға бәйле Баймаҡ ҡалаһының 5-се төп дөйөм белем биреү мәктәбендә һуғыш ветерандарына бағышланған хәтер мөйөшө булдырылды. Был мөйөштә коллективтың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының фотоһүрәттәре ҡуйылды.
Үткәндәрҙе, илебеҙ, еребеҙ өсөн ҡан түккән ата-бабаларыббыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы
Һәр йыл һайын иҫкә алалар,
Онотмаҫтар һеҙҙе мәңге
Быуын-быуын килгән балалар,
Тыныс ҡына торһон донъялар!