Йыр һәм строй әҙерлеге район конкурсы

Май 4, 2025 Просмотров: 66
Йыр һәм строй әҙерлеге район конкурсында Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбенең өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәре ихлас ҡатнашты. Патриотик рух, илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Смотр строя и песни» исемле йыр һәм строй әҙерлеге конкурсында 3-сө урын яуланы.
Киләсәктә лә тәрбиәләнеүселәребеҙ ҡыйыу, батыр, илебеҙҙең данлы илһөйәре булып үҫеүҙәренә шигебеҙ юҡ!