Поздравляем

Май 4, 2025 Просмотров: 65
Баймаҡта һәләтле балаларҙың район слеты - «Йондоҙҙар парады- 2025» үтте. Ижади конкурстары, ғилми-ғәмәли конференциялар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән сәхнәгә ҡала һәм район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә саҡырылды. Уларҙың араһынла беҙҙең балалар баҡсаһының кескәйҙәре лә булыуы ҡыуандыра һәм абруй өҫтәй.
Ишмуратов Әмир, Мухарлямов Инйәр (етәксеһе :Каримова Г. Р), Фазлыева Гөлдәниә ( етәксеһе: Асанова А. А.) , Абубакиров Байрас ( етәксеһе : Игебаева Л. А.) - улар ҙа, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, байтаҡ еңеүҙәргә өлгәште. Афарин! Яҡты киләсәк һеҙгә, беҙҙең йондоҙҙарыбыҙ!!!