Шыршы байрамында булып ҡайттыҡ

Декабрь 26, 2025 Просмотров: 43
Район башлығының Шыршы байрамы йыл да үткәрелеп килә. Был байрамға районыбыҙ мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре саҡырыла. Быйыл беҙҙең мәктәптән был матур сарала ҡатнашыу бәхете район этабы олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе Юламанова Динәгә (8а кл.) һәм Шевченко Элинаға (9а кл), уҡыу алдынғыһы, төрлө конкурстар еңеүсеһе Яҡшығолов Исламға (8а кл), көрәш буйынса район, республика кимәлендә еңеүҙәр яулаусы Исҡужин Фәнискә (9а кл.) тейҙе. Уҡыусыларға артабан да уңыштар теләйбеҙ! Киләсәктә лә еңеүҙәрегеҙ күп булһын!