Башҡортостан Республикаһы Көнөнә арналған байрам

Октябрь 10, 2025 Просмотров: 442
11 октябрҙә Башҡортостанда 35-се тапҡыр Республика Көнө билдәләнә. Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы мәктәбендә өҫтәмә белем биреү педагогтары Иҙелбаева Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы, Ғәйетбаева Эльвира Ирмәк ҡыҙы һәм Биктимеров Хәлил Рәфил улы етәкселегендә шөғөлләнгән уҡыусылар тарафынан Башҡортостан Республикаһы Көнөнә арналған байрам концерты үтте.
Сараның программаһы бай һәм күңелгә үтеп инерлек булды. Сағыу кейемдәрҙә балаларҙың сығышы рух байлығына, илһөйәрлеккә, туған телебеҙ менән ғорурланыуға ауаздаш ине.
Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөнгө концерт Ҡурай Көнөнә лә арналды.
Ошондай матур ял минуттары бүләк итергә өлгәшкән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларҙың таланттарын аса белгән педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уҡытыусылар, ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.