Литературный музей Республики Башкортостан
Сентябрь 30, 2025
Просмотров: 133
29 сентябрь көнө Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре "Яугир шағирҙар һәм яҙыусылар" темаһына арналған музей дәресен үткәрҙе. Дәрес барышында беҙҙең уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы һәм шағирҙарҙың музей фондында һаҡланған шәхси әйберҙәре, хаттары, ҡулъяҙмалары һәм төрлө ҡул эштәре менән дә танышты. Уҡыусылар өсөн Мостай Кәрим менән бергә фронт юлын үткән сумаҙандың тарихы ла, Ғәли Ибраһимовтың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа туранан - тура ҡатнашы булған ҡәҙерле ҡайсыһының тарихтары ла бик ҡыҙыҡ тойолдо. Бынан тыш, Берлин ҡалаһында Ҡадир Даянға тапшырылған рәхмәт ҡағыҙы, Назар Нәжмиҙең окоптарҙа уҡыған хаттары, Муса Ғәлиҙең ағастан юнып эшләгән ҡул эше, Хәким Ғиләжевтың фронтта төшөргән рәсеме - үҫеп килгән йәш быуында тик йылы тойғолар уятты.