Ҡотлайбыҙ
Сентябрь 29, 2025
Просмотров: 110
Арҙаҡлы шәхес, билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап “Халҡына дан йырланы” исеме аҫтындағы ижади конкурс быйыл 5-се тапҡыр уҙғарылды. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла үҙ көстәрен һынап ҡарап, үҙ шиғырҙарын конкурсҡа тәҡдим иттеләр. Уларҙың араһынан 3 уҡыусы еңеүселәр исемлегенә инде. Улар 2-се Этҡол ауылына еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына саҡырылды.
Ижад байрамы бик матур үтте. Сараға билдәле шәхестәр, йырсылар саҡырылған ине. Был конкурстың ойоштороусылары "Һаҡмар" гәзите редакцияһы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы һәм спонсоры Азамат Әғзәм улының улы Илшат Азамат улы Тажетдинов. Ул конкурс еңеүселәренә шәп бүләктәр тапшырҙы.
Шулай итеп, 7а класынан Яҡшығолова Рәлиә 3-сө, Иҙелбаев Азамат 2-се урынға лайыҡ булдылар. Уларға бүләккә смарт-сәғәт эләкте. 9а класы уҡыусыһы Исхаков Арыҫлан 1-се урын алды. Уны Илшат Азамат улы Тажетдинов ноутбук менән бүләкләне. Иҙелбаев Азамат үҙенең МХО яугирҙәренә арналған шиғырын сәхнәнән һөйләп ишеттерҙе.
Саранан һуң уҡыусылар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ла ҡатнаштылар. 2-се Этҡол мәктәбе урамына конкурс еңеүселәре ағас ултыртты.
Бар донъяға билдәле "Урал батыр" эпосын яҙып алынған урынды барып күреү бәхете лә тейҙе ҡатнашыусыларға.
Уҡыусыларға артабан да уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ! Афариндар!
Матур байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!