Праздник цветов
Август 31, 2025
Просмотров: 148
28 август ҡаланың үҙәк майҙанында Баймаҡ районы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе алдынан мәғариф бүлеге тарафынан ойошторолоп, матур традицияға әйләнгән «Сәскә байрамы» гөрләп үтте. Был сара быйыл Рәсәй президенты В. В. Путин иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл, Республикабыҙ башлығы тарафынан Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен ҡурсалау йылы исеме аҫтында үтте.
Беҙҙең мәктәп коллективы был мөһим сараға бик ныҡлап әҙерләнгәйне. Күргәҙмәгә ҡуйылған йәшелсәләрҙең күбеһе мәктәп яны биләмәһендә үҫтереп алынды. Әйтергә кәрәк, быйыл беҙ ҡара яҙҙан уҡыусылар менән орлоҡтан йәшелсә, сәскәләрҙең үҫентеләрен ултырттыҡ, уларҙы тәрбиәләп-үҫтергәс, Баймаҡтың көньяҡ биҫтәһе халҡына тәҡдим иттек. Үҫентеләрҙе һатыуҙан килгән аҡса мәктәптә музей асыуға тотоноласаҡ. Һатыуҙан ҡалған йәшелсә һәм сәскә үҫентеләрен уҡыусылар мәктәп яны теплицаһына һәм баҡсаһына ултыртты.
Йәйге ялда аҙна һайын һәр класс үҙҙәренең класс етәкселәре менән мәктәп баҡсаһында ең һыҙғанып эшләне: һыу ҡойҙо, утаны, ерен йомшартты. Һәм, ниһайәт, баҡсабыҙ беҙҙе ҡыуандырып, мул уңыш бирҙе, ә аллы-гөллө төрлө матур сәскәләр күҙҙең яуын алып тора.
Күргәҙмәләге бөтә композициялар быйылғы йылдың тематикаһына арналды. Бер яҡта йәшелсәләрҙән консервалар урын алған. Банкаларҙың өҫтөнә «СВОих не бросаем» тип яҙылған. Был аңлашыла ла, ни өсөн тигәндә, уҡытыусылар коллективы ашнаҡсылар менән берлектә мәктәп ашханаһында даими рәүештә МХО-лағы яугирҙәребеҙгә йәшелсәләрҙән төрлө-төрлө консервациялар әҙерләп ебәреп тора. Шулай уҡ күргәҙмәлә оҫта ҡуллы педагогтар тарафынан йәшелсәләрҙән яһалған, Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәрби техника парады ла күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.
Берҙәмлектә-көс, тиҙәр. Шулай итеп, дөйөм коллективтың тырышлығы, хеҙмәте, көсө бушҡа китмәне: беҙ күргәҙмәлә лайыҡлы 1-се урынды яуланыҡ - был берҙәм хеҙмәттең оло еңеүе. Артабан да тырышып эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!