"Йәншишмә" гәзите хәбәрсеһе, яҡташыбыҙ Зөһрә Әҙеһәмовна менән осрашыу
Март 12, 2025
Просмотров: 52
11 март Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы мәктәбенең 3 А класына ҡыуандырып "Йәншишмә" гәзите хәбәрсеһе, яҡташыбыҙ Зөһрә Әҙеһәмовна килеп инде!!! Уҡыусылары 1-се кластан таныш булғас, осрашыу шул тиклем йылы мөғәләмәлә үтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, бөгөн генә килгән гәзит торошо менән танышып фекер алыштылар.
Кем бешеренергә яратамы, кем ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән ҡыҙыҡһынамы, бәләкәй инша яҙырға яратамы, йорт хайуандарын ҡарашырға ярҙам итәме - барыһы тураһында. Йәншишмә гәзитенә фото менән нығытып, яҙып ебәрергә кәңәш бирҙе.
Йәншишмә гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа тағы ла күберәк яҙылырға һүҙ бирҙеләр укыусылар.