21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Февраль 21, 2025 Просмотров: 129
21 февраль — Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Туған телемдә һөйләшәм» исемле мөһим сара үткәрелде. Әҙәби сарала 5 А һәм 6 А класы уҡыусылары ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Юламанова З.З. менән Кейекбаева Л.Ә. был байрамдың барлыҡҡа килеүе һәм мөһимлеге тураһында һөйләне. Интеллектуаль ярыш уҡыусыларҙың күңел даирәһен байытыуға булышлыҡ итте. Уҡыусылар туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йомаҡтар систеләр, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Сара Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләү менән тамамланды.
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек! Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ!