Республиканский конкурс "Ватан даны өсөн йырлайбыҙ"
26 декабрь Әбйәлил район хакимиәтендә "Во Славу Родины поём"-"Ватан даны өсөн йырлайбыҙ"асыҡ конкурсының тантаналы тәбрикләү сараһы үтте. Был конкурс "Осҡон" гәзите һәм "Ватанды һаҡлаусылар фонды" менән берлектә ойошторолған.Еңеүселәрҙе, призёрҙарҙы,ансамбль етәкселәрен жюри рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, "Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе," Рәсәй халыҡтар Ассамблеяһы "йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе," Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте"төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина тәбрикләне. Беҙҙең 5- се мәктәптең "Шатлыҡ"трио-вокал ансамбле (Явгастина Элина, Мукминова Шәүрә,Яндавлетова Элиза) 2- се дәрәжәле диплом һәм сертификат менән бүләкләнде. Афариндар!