Акция "Мир, добра и толерантность"
Декабрь 18, 2024
Просмотров: 81
Мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек, шатлыҡ, башҡалар хаҡында ҡайғыртыу кеше бәхетенең нигеҙен булдыра. Кешеләргә изгелек эшләгән кеше үҙен бәхетле итеп тоя.Беҙ ҙә 5- се мәктәптең 6А синыф уҡыусылары үҙебеҙҙең синыфташыбыҙҙың хәлен белергә барып килдек. Айгизебеҙ уҡыу йылы башланыр ғына алдынан, каникулда аяғын һындырып, болниста ятып операция эшләтеп, өйҙә уҡый башланы. Яңы йылға мәктәпкә килергә тейеш ине. Әлегә атлап китә алмай. Синыфташтары менән телефон аша ғына аралаша ине. Уҡыусылар менән һөйләшеп 17 декабрь уға сюрприз эшләнек.Укыусылар ҙа Айгиз да бер береһен шул тиклем һағынғандар. Аралашып туя алманылар, уға тиҙерәк һауығып мәктәпкә килеуен теләп таралыштыҡ.Синыфым дуҫ, татыу, кешелекле булып үҫһендәр инде! Синыф етәксеһе Илзидә Дияр ҡыҙы.