Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы

Декабрь 16, 2024 Просмотров: 118

Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбендә 9 декабрҙән 13 декабргә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Аҙналыҡ бик күңелле һәм ойошҡанлы барҙы.
Уҡыусыларға “Башҡортса әйт” өҫтәл уйыны бик тә оҡшаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы 5-се кластар араһында “Тел бәйгеһе” ярышы уҙғарҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 8-се кластарға Башҡорт теле көнөнә арналған бик матур сара үткәрҙе.
Уҡыусылар туған тел тураһында шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде.
Тел уҡытыусылары башҡорт теленән асыҡ дәрестәр күрһәтте.
Башҡорт теленән иң грамоталы уҡыусылар ҙа билдәләнеп үтелде. Бына улар:
- Ҡарасурина А. (5А)
- Әбүбәкирова Л. (5Б)
- Күзәшев Рәдиф (6 Б)
- Юламанова Д. (7А)
- Абдрахманова А. (7Б)
- Ишбаев И. (7Б)
- Хәйбуллина Э. (7 Б)
- Кәйекбирҙина Г. (8 А)
- Сәйфуллина Д. (8А)
Төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә, әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларға грамоталар тапшырылды.
#башҡорттелекөнө2024
#деньбашкирскогоязыка2024