Неделя английского языка

Декабрь 9, 2024 Просмотров: 58
2 декабрҙән 6 декабергә тиклем Баймаҡ ҡалаһының 5 се мәктәбендә инглиз теле аҙналығы үтте. Маҡсаты: сит илдәрҙе,телдәрҙе,уларҙың көн күрешен сағыштырып үҙ телеңә,илеңә һөйөү уятыу. Аҙналыҡ барышында дәрестәр уйын-ярыш, экскурсия форматында алып барылды. Аҙналыҡтың үҙенсәлекле өлөшө булып француз һәм инглиз теле мөйөш һәм фотозонаһы булды. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм мәктәпкә килгән ҡунаҡтар араһында ҡыҙыҡһыныу уятты.