Милли көрәш бәйгеһе

Ноябрь 22, 2024 Просмотров: 80
21.11.2024 – Баймаҡ ҡалаһынын 5се һанлы белем биреү мәктәбендә Махсус хәрби опреацияла ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш бәйгеһе утте.
Көрәш – халыктың йәшәү көсөн, батырлығын, көҙрәтен күрһәтә торған спорт төрө. Милли көрәш байрамына Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улы ла килде.
Башҡорттоң көрәш рухы бер ваҡытта ла юғалмаған. Төрлө байрамдарҙа, йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа бил алышыу, көрәшеү традициялары быуындан-быуынға күсеп, бөгөнгә көнгә ҡәҙәр килеп еткән. Көрәш бәйгеһенэ Баймак районының төрлө мәктәптәренән 60 уҡыусы көс һынашырға килде.