КВН

Ноябрь 18, 2024 Просмотров: 3
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 4 лицейында Йәштәр комитеты тарафынан үткәрелгән "Шаяниум" отҡорҙар һәм шаяндар ярышында беҙҙең мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһап, 2 урын яуланы. Ярыш бер нисә этаптан торҙо. Тәүге конкурста командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, икенсе конкурста төрлө шаяртыуҙар күрһәттеләр. Шулай уҡ, жюрилар биргән һорауҙарға ла ҡыҙыҡлы яуап бирҙеләр. Был ярыштан уҡыусылар яҡшы кәйеф, көс-дәрт алдылар!