Аҡназаров Зекериә Шәрәфетдин улының тыуыуына 100 йыл
Ноябрь 8, 2024
Просмотров: 146
Халҡыбыҙҙын арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһынын күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ районы һәм ҡалаһынын почетлы гражданы, 24 йыл буйы Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән Аҡназаров Зекериә Шәрәфетдин улының тыуыуына 22 августа 100 йыл тулды.
5-се А һәм 6 А кластарында арҙаҡлы яҡташыбыҙға арналған класс сәғәте үтте. Аҡназаров Зекериә Шәрәфетдин улының тормошо һәм ижады менән таныштылар. Уҡыусылар республика үҫешенә күп көс һалған шәхес тураһында күп мәғлүмәт алды.