"Йондоҙҙар балҡышы-2024"
25 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәүге тапҡыр "Йондоҙҙар балҡышы" исеме аҫтында 2023-2024 уҡыу йылын йомғаҡлау сараһы үтте. Был сарала мәктәп администрацияһы быйылғы уҡыу йылында муниципаль этаптарҙа олимпиада, фәнни эҙләнеү эштәрендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа , республика һәм район күләмендә төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙе, призерҙарҙы тәбрик итеп, бүләкләп үтте. Мәктәп тарихында тәүге тапҡыр "Йыл уҡыусыһы-2024", "Йыл класы-2024" билдәләнде. "Йыл уҡыусыһы-2024" призына ,"Урал батыр" эпосын
оҫта итеп һөйләгән, "Башҡорт малайы" бәйгеһендә Гран-при яулаған, сәсәнлектә, көрәш һәм бейеүҙә бер кемгә ал бирмәгән 4А синыфы уҡыусыһы Баййегетов Нияз лайыҡ булды! Ә инде "Йыл класы-2024" призы төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып урын алған берҙәм, татыу 4А синыфы уҡыусыларына бирелде. Был синыф менән талантлы, үҙ эшен белеүсе, оҫта уҡытыусы Мырҙағалина Динә Ғәфүр ҡыҙы етәкселек итә.
Был сараны ойошторорға ярҙам иткән спонсорҙарға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Йәшә, "Йондоҙҙар балҡышы"!
Уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Йәноҙаҡова Розалиә Рафаил ҡыҙы.