Ҡотлайбыҙ!
Апрель 24, 2024
Просмотров: 18
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең 4а класы уҡыусыһы Баййегетов Нияз еңеү яуланы, Алибаев Данис призёр булды (етәкселәре Мырҙағәлина Динә Ғәфүр ҡыҙы). Шулай уҡ 3а класы уҡыусыһы Йәнтилин Ильяс та (етәксеһе Мәҡсүтова Г.Н.) уңышлы сығыш яһаны. Афарин уҡыусылар. Ильясҡа республика кимәлендәге бәйгелә лә еңеү яуларға яҙһын.
"Урал батыр» эпосы ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижадының ынйыһы ул. Халҡыбыҙҙың күркәм хазинаһын һаҡлау, уның йөкмәткеһен белеү, киләсәк быуынға тапшырыу - беҙҙең бурысыбыҙ.