«Әлифба» байрамы

Март 22, 2024 Просмотров: 28
20 март көнө 1А синыфы уҡыусылары Әлифба китабы менән хушлашты. Фәнүзә Әғләм ҡыҙы тарафынан шундай матур сара үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең белемдәрен, тапҡырлыҡтарын, һөнәрҙәрен, оҫталыҡтарын , ә иң мөһиме башҡорт синыфы булараҡ, әсә телендә асыҡ, матур һәм дөрөҫ итеп һөйләшеүҙәрен күрһәттеләр. Афариндар, 1А синыфы уҡыусылары һәм Фәнүзә Әғләм ҡыҙы!