УҠЫТЫУ-ТӘРБИӘ ЭШМӘКӘРЛЕГЕНДӘ КҮСӘГИЛЕШЛЕК

Март 18, 2024 Просмотров: 37
Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең УҠЫТЫУ-ТӘРБИӘ ЭШМӘКӘРЛЕГЕНДӘ КҮСӘГИЛЕШЛЕК.
Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса дәүләт стандарттарының талаптарына ярашлы, мәктәпкә тәү башлап килгән I класс балаларын мәктәп мөхитенә күнектереү, йәғни яраҡлаштырыу – башланғыс мәктәп уҡытыусыһы алдына ҡуйылған төп бурыс.
Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең мәктәптә мәктәп администрацияһы тарафынан балалар баҡсаһының мәктәп менән күсәгилешлегенә программа төҙөлдө һәм уңышлы юл алды.
14 март көнө Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, талантлы һәм тәжрибәле остаз Исхакова Фәнүзә Аглямовна 1а класында башҡорт теленән асыҡ дәрес күрһәтте. Күсәгилешлек программаһы нигеҙендә ҡоролған дәрестә уҡытыу һәм тәрбиә эшенең директор урынбаҫарҙары, башҡорт теле, башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсаһы мөдире һәм тәрбиәселәр ҡатнашты.
Дәрес бик йәнле барҙы, уҡыусыларҙы әсә теленә өйрәтеү, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телмәр үҫтереү маҡсатында төрлө эш алымдары, методик элементтар күрһәтелде. Балаларҙы туған телдә һөйләшергә өйрәтеүҙә бик күп көс һалынғаны күренде.
Педагог 35 минутлыҡ дәрестә ваҡытты дөрөҫ бүлеп, уҡыу программаһын үҙләштереүгә ирешергә тейеш. Был унан юғары профессионаллек, компетентлыҡ талап итә. Балалар менән һығылмалы булыу, йәғни кәрәк саҡта талапсан, ә кәрәк саҡта маҡтай һәм дәртләндерә белеү, бала күңеленә ҡурҡыу хистәрен һалмау ысын оҫталыҡ, күп физик көс талап итә.
Буласаҡ уҡысыларға балалар баҡсаһында уҡ тирә-яҡ донъяны күреп, мәҙәни мөнәсәбәт ҡорорға, ололар һәм тиҫтерҙәре менән дөрөҫ аралашырға, төрлө ситуацияларҙан сығырға, һығымта яһай белергә өйрәтеүҙең мөһимлеген уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Йәноҙаҡова Розалиә Рафаил ҡыҙы билдәләп үтте. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр араһында фекер алышыу, дәрескә анализ биреү яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әйтеп үтергә кәрәк, тәүге осрашыу балалар баҡсаһында үткәйне, артабан ошо үк төркөм һәм мәктәпкәсә белем алған кескәҙәр 1б класында үткән “Һау бул, Әлифба” байрамында ҡатнашты, әле бөгөнгө дәрес - өсөнсө осрашыу булһа, тиҙҙән беренсе класс уҡыусылары кескәйҙәргә әкиәттәр буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтергә йыйына. Яңы быуын стандарттарына нигеҙләнгән күсәгилешлек программаһы уңышлы ғына эшләп китһен, тигән теләктәбеҙ.
Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары В.М.Каскинова.