«8 март- Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар көнө»

Март 12, 2024 Просмотров: 32

8 март ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбендә ир-егеттәр тарафынан матур ҡотлау ҡабул итте гүзәл заттар. Музыкаль бүләк менән сәскәләр гөлләмәһе һәм өҫтәл табынындағы уйындар ретро йырҙар менән үрелеп барыуы барыһының да күңеленә хуш килде. Байрамдың тәүге өлөшөндә мәктәп директоры Илшат Нәғимйән улы Сирусин ҡала советы һәм мәғариф бүлегенән белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ һәм һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусыларға: Баймөхәмәтова Гөлфиә Юлмөхәмәт ҡыҙына, Ҡасҡынова Венера Морат ҡыҙына, Хажина Нуридә Мөхитдин ҡыҙына һәм Ырыҫҡужина Илзидә Дияр ҡыҙына Почёт грамоталары тапшырып, маҡтау һүҙҙәре менән уҡытыусыларҙы ғорурландырҙы.