"Шәхестәре менән данлы, Баймағым!" исемле осрашыу
Март 12, 2024
Просмотров: 17
27 февраль, БР-ның атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР-ның мәғариф алдынғыһы, ҡурайсы, сәсән, фольклорсы, һәүәҫкәр композитор Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов менән "Шәхестәре менән данлы, Баймағым!" исемле осрашыу үтте. Оло шәхес, оло уҙаман Рәмил Сәфәрғәле улы сараны "Урал" көйө менән асып ебәрҙе,бөгөнгө көнгә ауаздаш булған, үҙе ижад иткән"Көтәһеңдер,Әсәй"йырын йырлап ишеттерҙе, әлбиттә, был йырҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел, уҡыусыларға ҡурай серҙәренә лә өйрәтте, бик күп һорауҙарға яуап бирҙе, уҡыусыларҙың сығыштарын йылы ҡабул итте. Сара бик фәһемле,тәрбиәүи булды. Ошондай осрашыуҙарҙы күберәк ойошторһаҡ, балаларыбыҙ халҡыбыҙҙың ижадына, йыр-моңона битараф булмаҫтар!