21 февраль – Халыҡ – ара туған телдәр көнө.

Февраль 21, 2024 Просмотров: 55

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө, бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

         Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы урта мәктәбендә туған телде өйрәнеү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында бик күп тәрбиәүи саралар үткәрелде. Берҙәм асыҡ дәрес, класс сәғәттәре, “Үҙ телемдә һөйләшәм” тип аталған  интеллектуаль уйын. Һәр бер сара уҡыусыларҙың күңел даирәһен байытыуға булышлыҡ итте.