14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан ҡаланың 5-се мәктәбендә 11 декабрҙән 15 декабргә тиклем телебеҙгә арналған аҙналыҡ үтте. Көн дә бер девиз аҫтында төрлө саралар үткәрелде, башҡорт теленән берҙәм дәрестәр күрһәтелде.
"Мин башҡортса һөйләшәм" флешмобына ла бөтә уҡыусылар ҙа ихлас ҡушылды.
Был аҙналыҡ уҡыусылар өсөн бик файҙалы үтте, уҡыусыларҙа башҡорт теле, башҡорт тарихына ҡарата тик йылы, матур хис-тойғолар уянды.