"Йыл уҡытыусыһы -2023"
"Йыл уҡытыусыһы -2023" конкурсы быйыл — Остаз hәм педагог йылында айырыуса актуаль. Был аҙнала Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбендә «Йыл уҡытыусыһы-2023» педагогик конкурсы үтте. Унда башланғыс класс уҡыусыһы Ҡасҡынова Венера Морат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы һәм физик культура уҡытыусыһы Самарбаев Айҙар Зөлкәрнәй улы ҡатнашты. Конкурсанттар барлыҡ һынау этаптарын да лайыҡлы үтте: асыҡ дәрестәр һәм асыҡ класс сәғәттәре үткәрҙеләр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Һәм hәр ярыштағы кеүек үк, конкурстың еңеүсеһе лә билдәле булды.
"Йыл уҡытыусыһы -2023" конкурсының еңеүсеһе булып Ҡасҡынова В.М. һәм "Йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы -2023" еңеүсеһе - Юламанова З.З. танылдылар. Ә Самарбаев А.З. был конкурстың призеры булды.
Венера Морат ҡыҙын һәм Земфира Зекериә ҡыҙын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ hәм уларға тағын да ҙурыраҡ ижади уңыштар, үҙ көстәренә ышаныс, ниәтләгән проекттарының hәм яңы бай йөкмәткеле идеяларҙың тормошҡа ашыуын, муниципаль конкурста һөҙөмтәле сығыш яһауҙарын, туған мәктәбебеҙҙең данын лайыҡлы яҡлауҙарын теләйбеҙ.