"Шатлыҡ" фольклор берекмәһе

Ноябрь 7, 2023 Просмотров: 39
4 ноябрь "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡтар Берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы байрам концертында Баймаҡ 5-се һанлы мәктәбенең "Шатлыҡ" фольклор берекмәһенең (етәк.Иҙелбаева Р.С.) ҡумыҙсылар ансамбле(7а класы уҡыусылары) уңышлы сығыш яһаны!Сәхнә йондоҙҙары менән берлектә,юғары кимәлдә сығыш яһауығыҙ менән Баймағыбыҙҙың, ысынлап та, рухлы, таланттарға бай яҡ икәнен раҫланығыҙ, уҡыусылар! Көслө режиссёрҙың маҡтау һүҙҙәре тағы ла ҡанатландырҙы һәм дәртләнеп эшләүгә көс бирер тип ышанабыҙ! Афариндар!